cifra.jpg

cikrf.jpg

Российский центр обучения избирательным технологиям

 prb.jpg

 

Мы в контакте Мы в одноклассниках tlg.png


 







«Нам нужна одна победа, одна на всех – мы за ценой не постоим…»

«Нам нужна одна победа, одна на всех – мы за ценой не постоим…»

"Халҡымдың меңәр йыллыҡ тарихы - ул бит минең дә тарихым, халҡым яҙмышы - минең дә яҙмышым", Альмухаметовы, Шараповы, Альшеевский район

Мин, Голшат Мухтасар кыҙы Шарапова, әсәйем Әлифә Улмәскул кызы Әльмухәметова һәйләгәннәреннән язып алдым:
«Баймөхәммәт олатайым оҫта ҡурайсы булған. Кремлгә барып, ҡурайҙа уйнап, ҡарсығы Мөхипьямалды йырлатып, бүләктәр алып ҡайтҡан.
Хәл былай булған, уларҙың берҙән – бер һыйырын алып сығып китәләр. Өйәҙгә лә барып ҡарай. Бер хәл дә сығара алмай. Оҙаҡ уйлап тормай, ҡарсығын алып Мәскәүгә китә. Кремлдә уны индермәйҙәр, нисек етте кереп, хәлде һөйләп бирә. Ҡайтыуына инде һыйыр өйҙә була» - тип һөйләй башлай әсәйем ғаилә альбомын аҡтарғанда һарғайып бөткән бер фотоға күрһәтеп.
Бына шулай бабамдар, олатайымдарҙың фотоһүрәттәре менән башлана беҙҙең ғаилә альбомы.
Ғаилә... Йөрәк түрендә урын алып тора был тылсымлы һүҙ. Ғаилә- ул ике яҙмыш бергә ҡушылып, сәңгелдәктә ятҡан сабыйҙан башлана. Ғаилә - олатай, өләсәй, атай, әсәй һәм балалар. Олатай, өләсәйҙәребеҙҙе лә беҙ бик йыш иҫкә алабыҙ.
Ғаилә тарихы – ул халыҡ тарихы. Һәр халыҡтың тарихы ул әсә кеүек, берҙән-бер һәм ғәзиз . “Ғаилә альбомы – ул беҙҙең һәм һеҙҙең автобиография. Уны ҡәҙерләп һаҡлағыҙ, ғорурланырлыҡ яңы биттәр менән байытығыҙ,”- ти әсәйем.
Тағы ла һарғайып бөткән фото. “ Был атайым Үлмәҫҡол менән әсәйем Хәмдиә,- тип дауам итә һүҙен әсәйем. – Атайым Бөйөк Ватан һуғышының тәуге көндәренән һуғышҡа китә. Яралана. Снаряд ярсығы күкрәк һөйәген аҡтара, 11 ай госпиталдә ята. Һуғыш яраларынан арына алмай, 1945 йылда улә. Әсәйем 3 баланы бер үҙе тәрбиәләй.”
Беҙҙең эргәбеҙҙә һәр ваҡыт өләсәйебеҙ булды. Һеңлем менән икебеҙҙе тәрбиәләшкән оло йөрәкле, изге күңелле кешебеҙ хәҙер был донъяларҙа юҡ инде. Ләкин беҙҙең хәтеребеҙҙә ул тере. Уның тормошо - күптәргә өлгө.
Өләсәйем Иҙрис ауылында тыуған. Аслыҡты ла, граждандар, Бөйөк Ватан һуғышы ауырлыҡтарын да күргән. 19 йәшлек ҡыҙҙы алты айлыҡ балаһы булған иргә димләйҙәр. Һәйбәт кенә йәшәп китә улар. Малай үҫә. Ләкин ир холоҡһоҙораҡ була, күрәһең. Өләсәйем түҙмәйенсә ҡайтып китергә уйлай, ләкин ауылды сыҡҡансы артынан эйәреп, илап килгән малайҙы йәлләп ҡалырға була.
Тормош дауам итә, бер-бер артлы балалар тыуа. Улар үҫеп таралыша, тик оло улы ғына әсәһен ташламай, ауылда ҡала. Механизатор булып эшләй,өйләнә. Йәштәр үҙҙәре генә йәшәһен , тип өләсәйем үҙ ауылына ҡайта. Бер көндө ул улын саҡыртып ала ла : “Улым, һинең үҙ әсәйең дә иҫән бит, барып хәлен бел”, - ти. Барып эҙләп табалар. «Ҡайтмағыҙ, алты айлыҡ бала 40 йылдан һуң әсәһен эҙләп тапты бит, шуны билдәләп үтербеҙ»- тип өгөтләйҙәр ирҙе. Ләкин ул: “Минең ваҡытым бик тығыҙ, ҡайтышлай үҙ инәйемдең хәлен беләһем бар әле”, - тип сығып китә. Әле булһа хәтеремдә, бер ваҡыт ул илап килеп инде лә өләсәйемде ҡосаҡлап: “Әсәй, мин һине бер кемгә лә алмаштырмайым, һинән башҡа миңә берәү ҙә кәрәкмәй”, - тине.
Үлмәҫҡол олатайым һуғышҡа киткәс, Хэмдиэ оләсәйем уның урынына калдаущик (үҙе әйтеүенсә) булып ҡала. Ул үҙенең тормошонан ҡыҙыҡлы һәм аяныслы хәлдәрҙе һөйләй торғайны:
«Ауыл ерендә торғас, мал-тыуар тотмай булмай. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләргә кәрәк, көндөҙ колхозға эшләһәң, төндәрен үҙебеҙгә бесән саба, кәбән ҡоя инек. Бөтә ирҙәр һуғышта, эшкә ярамаған ҡарттар, бала- саға, ҡатын –ҡыҙ иңенә төштө бөтә ауырлыҡ.
Миңә почта ташырға ла тура килде. “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡағыҙ йәки «похоронка» килһә, нисек итеп һүҙ башлайым , нисек әйтәйем икән, тип юл буйына илап ҡайта инем.
Бесән ваҡытында колхозға аш бешерәм. Ауыл бригадаға бүленгән, иртәрәк сыҡмаһаң, иттең дә насар ғына ере, он да әҙ генә ҡала.
Шуның өсөн ҡараңғынан сығып китеп, калдаущиктың килгәнен көтөп тора инем. Был ваҡытта «калдауай» эшен һуғыштан ҡайтҡан кешегә тапшырғайным. Төшкө аш бешерәм, ҡулдан туҡмас йәйәм. Һәр көн һайын 12-13-әр йәйем туҡмас киҫә инем.Бригадалар араһында ҡыҙыу ярыш бара. Тамаҡ туҡ булғас, күңел дә көр, эш тә ырай».
Һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа өләсәйем етем бер ҡыҙҙы ла тәрбиәләй. Йәшләй генә дүрт балаһын ҡалдырып, һеңлеһе вафат булғас, уның балаларын да үҙ ҡанаты аҫтына ала. Барыбыҙҙың да рәхмәте төшкәндер, ҡартлығы бәхетле үтте уның. Һуңғы көнөнә тиклем әсәйем тәрбиәһендә йәшәне, 87 йәшен тултырып вафат булды. Уны ауылда барыһы ла ихтирам итте. Матур итеп көйләп доғалар уҡыр ине. Шуға ауыл халҡы уны ҙурлап Ҡөръән аштарына йөрөттө. Ул бик күптәргә өлгө булырлыҡ итеп йәшәне. Үҙе шул тиклем бөхтә, таҙа булды. Кәүҙәһен төҙ тотоп, елпелдәтә баҫып йөрөнө. Ә күпме легендалар, таҡмаҡтар белә ине ул. Шулай тере тарих булып арабыҙҙа йәшәне һөйөклө өләсәйем.
Минен тормош иптәшем Айҙар Шарапов ҙа үҙенең нәҫелен биш бармағы кеүек белә. Беҙ бергәләп фотоһүрәттәр ҡараға яратабыҙ. «Был атайыңдың атаһы Биктимер,-тип һөйләйем мин балаларыма. – ул Балғажы ауылында крәҫтиән ғаиләһендә 1906 йылда өсөнсө бала булып донъяға килгән. Бик шуҡ һәм шаян булып үҫә. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем бригадир булып эшләгән. Һуғыш башланғас, һуғышҡа китә.Ҡаты яралана, бер нисә тапҡыр үлемдән ҡала.
Шулай көҙ ваҡыты ул разведкаға китә. Ҡапыл арыш баҫыуы араһынан ике немец килеп сыға һәм уны ҡулға алалар.Береһе атайыҡ, икенсеһе ебәрәйек , ти икән. Бәхәсләшеп тора торғас, ебәрергә булалар. Арттан атырҙар инде тип , күҙҙе йомоп, ҡурҡа –ҡурҡа атлап киттем, тип һөйләй торған булған.
Икенсе тапҡыр көслө шартлау ваҡытында тупраҡ менән ҡапланып ҡала. Бәхетенә ҡаршы, ҡулы күренеп торған була. Үҙе һөйләүенсә, баш бармағында ҙур яра эҙе була, иптәштәре шунан танып, соҡоп алалар. Ул контузия ала, ә икенсе бер яу ваҡытында, снаряд ярсығы уның үксәһен өҙөп ала. Госпиталдә ятҡандан һуң, ҡултыҡ таяғына таянып, ауылға ҡайта.
Һуғыштан һуңғы йылдарҙа председатель дә, агроном да булып эшләргә тура килә. Агроном булып эшләгәндә, колхоз баҫыуына ҡарбуз, помидор, кәбеҫтә ултырталар. Төндәрен үҙе ҡарауылда тора. Мул уңыш алалар. Тура һүҙле, ғәҙел кеше булғанға ауыл депутаты итеп һайлайҙар.Тырыш хеҙмәте өсөн грамота, дипломдар менән бүләкләнә, һүрәте почет таҡтаһынан төшмәй».
Таныш һәм шул уҡ ваҡытта таныш та булмаған йөҙҙәр. Шулар араһында сибәр йөҙлө, уйсан ҡарашлы әсәйем дә ултыра. Уның: “Тәүфиҡлы булығыҙ, кешегә ҡарата изгелек, яҡшылыҡ ҡылығыҙ,”- тигән һүҙҙәре беҙҙең өсөн тормошта иң изге һүҙҙәр булыр тора. Туғандарҙы белеп үҫегеҙ, тип әсәйем улар тураһында күп һөйләй.
Атаһы үлгәндә уға ай ярым ғына булып ҡалған. Уның да яҙмышы өләсәйемдекенә оҡшаған. Мәктәпте тамамлағас, ул ағаһы янына Сәмәрҡәнд ҡалаһына китә. Атайым менән осрашып, тормошҡа сыға. Матур итеп донъя ҡороп ебәрәләр. Ләкин бәхетле көндәр оҙаҡҡа бармай. Эшкә китеп барғанда, атайым аварияға эләгеп , вафат була. Шулай итеп, әсәйем ике бала менән тол ҡала.
Хәҙерге көндә ул Иҙрис ауылында йәшәй. Уға быйыл 75 йәш тула.
“1976 йылдарҙан алып һайлауҙа секретарь булдым. Ике туған ағайым Алтынгузин Рәсүл председатель ине. Элекке ваҡытта һайлауҙар иртәнге алтыла башланып төнгө ун икегә тиклем дауам итер ине. Һәр ваҡытта беренсе тапшырып сыға инем. Бөтә нәмәне ҡулдан тултырҙыҡ, хатта ул заманда бюллетендәр ҙә ҡулдан тултырыла ине. Кеше күп була ине, этләшкән кешеләр ҙә булды. Һаулауҙарға бик етди ҡараныҡ. Килә алмаған кешеләрҙең өйөндә йөрөнөк. Агитаторҙа үҙебеҙ булдыҡ. Фермаларҙа йөрөп, концерт та ҡуябыҙ. Аҙна һайын ун өйҙә йөрөп, агитация алып барҙыҡ. Һайлауҙар ул замандарҙа ҙур байрам була ине,”- тип хәтерләй әсәйем һайлау ваҡыттарын. Шулай 90-сы йылдарға тиклем һайлау эштәрен алып бара әсәйем.
«Нәҫел ағасыбыҙ көслө, ҡеуәтле тармаҡлы булһын өсөн, тарихи хәтерҙең,
йолаларҙың һаҡланыуы, йәшәуе мотлаҡ. Бөгөнгө көндә халҡыбыҙҙың берҙәм булыуы бигерәк мөһим. Тормош ауырлығынан беҙҙе берҙәмлек, татыулыҡ ҡына ҡотҡарып алып ҡалыр,»- тип өҫтәй әсәйем.
Халҡымдың меңәр йыллыҡ тарихы - ул бит минең дә тарихым, халҡым яҙмышы- минең дә яҙмышым. Ошо ҡомартҡыларҙы, ошо матурлыҡты, Тыуған илгә һөйөү хисен балаларыма ла еткерермен. Был минең бурысым. Атай, олатайымдарҙың аманаты бит ул.
Шарапова Голшат Мухтасар кыҙы, укытыусы, Никифар ауылы

Шарапова.jpg

Баймөхәмәт олатайым менән мөхипьямал өләсәйем

Шарапова 1.jpg

Үлмәҫҡол олатайым менән Хәмдиә өләсәйем

Шарапова 3.jpg

Әлифә Улмәскул кызы Әльмухәметова

Короткая ссылка на новость: https://www.cikrb.ru:443/~Wt5TR
vibory2024.pngSofium23.jpgбаннер Атмосфера.jpg victory.jpg btik.jpg Интерактивная карта ТИК

stat.jpg
named.jpg
distl.png
btik.jpg